Башҡортостанда 2024 йылда педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар конкурсына документтар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Документтарҙы 13 майға тиклем тапшырырға мөмкин.
Конкурста стажы 3 йылдан кәм, эш йөкләмәһе аҙнаһына 18 сәғәттән аҙ булмаған уҡытыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Тулыраҡ мәғлүмәтте бында табырға була.