Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Апрель , 14:15

Балалар ижады йортонда – “Оҫталар ҡалаһы"

 Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда “Оҫталар ҡалаһы" биҙәү-ҡулланма һәм техник ижад буйынса муниципаль ғилми-ғәмәли конференция үтте. Бер үк ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итеү буйынса ярыштар ойошторолдо

Балалар ижады йортонда – “Оҫталар ҡалаһы"
Балалар ижады йортонда – “Оҫталар ҡалаһы"

 Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда “Оҫталар ҡалаһы" биҙәү-ҡулланма һәм техник ижад буйынса муниципаль ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Конкурс йолаға әүерелде һәм балалар араһында популярлыҡ яуланы. Йыл һайын “Оҫталар ҡалаһы" Башҡорт баҡыры" ЯСЙ-һы менән берлектә үткәрелә. Быйыл бәйгелә Һамар, Подольск, Бүребай ауылдары һәм Аҡъяр ауылы мәктәптәренән 21 уҡыусы ҡатнашты.

Жюри бәйгеселәрҙе ике йәш категорияһында баһаланы. Бөтәһе 17 эш тәҡдим ителә. Балалар үҙҙәренең эштәрен ҡағыҙҙан, ҡулдан килгән материалдарҙан, сәйләндән һәм башҡа бик күп тәбиғи материалдарҙан яһаған. Һәр ҡатнашыусы үҙ проектын лайыҡлы яҡлай алды. Һөҙөмтәлә балалар призлы урындар алды, махсус номинацияларға һәм ҡатнашыусы сертификаттарына лайыҡ булды.

Бер үк ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итеү буйынса ярыштар үткән. Аҡъяр һәм Бүребай мәктәптәре уҡыусылары йәш спортсылары  квадрокоптерҙар менән идара итеү оҫталығын күрһәткән. Улар дронды билдәләнгән трасса буйынса осоштар яһата, ҡаршылыҡтар аша үтә һәм аппаратты финиш майҙансығына кире ҡайтара. Судьялар заданиеның тап килеүен, осоштарҙың ваҡытын һәм сифатын баһалай.  

Балалар ижады йортонда – “Оҫталар ҡалаһы"
Балалар ижады йортонда – “Оҫталар ҡалаһы"
Балалар ижады йортонда – “Оҫталар ҡалаһы"
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: