Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Апрель , 20:39

Киләсәктә, бәлки, аҡ халатлы белгес булырҙар...

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Киләсәктә, бәлки, аҡ халатлы белгес булырҙар...
Киләсәктә, бәлки, аҡ халатлы белгес булырҙар...

Бөтә Рәсәй  акцияһы сиктәрендә, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре  3-сө Аҡъяр полилингваль мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары өсөн профориентация экскурсияһы ойошторҙо.

Ҡыҙҙар һәм егеттәр киләсәктә буласаҡ һөнәр менән билдәләнеү маҡсатында поликлиника эше менән танышты. Уҡыусылар  табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри эшмәкәрлеге менән танышты, белгестәр менән әңгәмәләште, табип һөнәренә әҙерлек системаһы тураһында мәғлүмәт алды.

Оҫталыҡ кластарында уҡыусылар  тренажер-манекенда сирлене  реанимациялау принциптары менән таныштылар,  ҡурсаҡ манекендарҙы йүргәкләнеләр, шулай уҡ  макеттарҙа иньекциялар эшләргә,  артериаль ҡан баҫымын үлсәргә, яраларын “бәйләргә” өйрәнделәр.  Бындай профориентация саралары йәш быуынға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ аҙым яһарға, уҡыуҙарын ошо йүнәлештә уңышлы алып барырға ярҙам итә.

ГБУЗ РБ Акъярская ЦРБ

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: