Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Апрель , 10:04

Өфө ауылы мәктәбенә—150 мең һум!

Белем усағында медиаүҙәк проекты тормошҡа ашырыласаҡ

Өфө ауылы мәктәбенә—150 мең һум!
Өфө ауылы мәктәбенә—150 мең һум!

Өфө ауылы мәктәбе командаһы уҡыусыларҙың “Беренсе проект” төркөм проекттарында грант конкурсы еңеүсеһе тин танылды. “Медиацентр Уфимка  news» проектын уңышлы яҡлау һөҙөмтәһендә,  бында яңы уҡыу йылынан  кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға һәм пландарын тормошҡа ашыра алалар.

Әйткәндәй,  конкурста Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарынан мәктәп командалары ҡатнашты. Республика ВУЗ-дары вәкилдәренән торған эксперт комиссия өс йүнәлештә еңеүселәрҙе билдәләне.

“Беренсе проект” грант конкурсының инициаторы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов.  Бағымсыһы сығышы менән Хәйбулла районынан булған Виталий Дагиров.

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: