Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Апрель , 12:03

Хәйбулла уҡыусылары - Мәскәүҙә!

   

Хәйбулла уҡыусылары - Мәскәүҙә!
Хәйбулла уҡыусылары - Мәскәүҙә!

Хәйбулла районының "Беренселәр" хәрәкәте активистары Мәскәүҙә булды!

Уҡыусылар «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә - форумы сиктәрендә уҙғарылған "Рәсәйҙә Беренселәр - мөмкинлектәр иле" экспозицияһын ҡараны.  

Хәйбулла районы балалары онотолмаҫ тәьҫораттар алды. Улар ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында булып, Рәсәйҙең бөтә төбәктәренең күргәҙмәләре менән бер нисә сәғәт эсендә танышты. Һәр төбәктән иҫтәлекле бүләктәр алдылар, оҫталыҡ дәрестәре үттеләр һәм уйындар уйнанылар.

Артабан Беренселәр хәрәкәтенең «Киләсәк иле» павильонына килеп, тиҫтәләгән йылдар үткәс илебеҙ менән нимә буласағын белделәр. Һөнәри йүнәлеш буйынса тестар үтеп, нейро селтәрҙәр ярҙамында һәр кем кәрәкле һәм дөрөҫ йүнәлештә хәрәкәт иткәндә киләсәктә нимә буласағын төҫмөрләй алды.

Шулай уҡ активистар Мәскәү буйлап экскурсияға барып, ҡаланың тарихы һәм иҫтәлекле урындарында, шул иҫәптән Ҡыҙыл майҙан, Мәскәү дәүләт университеты кеүек урындарҙа була.

Хәйбулла уҡыусылары - Мәскәүҙә!
Хәйбулла уҡыусылары - Мәскәүҙә!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: