Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Апрель , 19:00

Беренсе проект

Бөгөн Аҡъяр ауылының  полилингваль күп профилле мәктәбендә “Беренсе проект” тип аталған уҡыусыларҙың район-ара форумы үтте.

Беренсе проект
Беренсе проект

Бөгөн Аҡъяр ауылының  полилингваль күп профилле мәктәбендә  БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов һәм яҡташыбыҙ, Хәйбулла егете Виталий Дагиров  ярҙамы менән булдырылған “Беренсе проект” тип аталған уҡыусыларҙың төркөм проекттары форумы үтте. Унда Хәйбулла, Йылайыр һәм Баймаҡ райондары мәктәптәренән 8 команда үҙ проекттарын уңышлы яҡланы.

Һөҙөмтәлә, Өфө ауылы мәктәбе уҡыусылары еңеү яулап, 150 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: