1-се Аҡъяр мәктәбенең хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженеры Нур Сынғызов 5-се “б” класы уҡыусылары менән террористик акт янау осрағында нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмә үткәрҙе.
Нур Батыр улы балаларға ғәҙәттән тыш хәл осрағында ҡулланылған ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Әлбиттә, ундай осраҡтарҙан хоҙай үҙе һаҡлаһын. Әммә иҫкәртеү ҙә, ҡағиҙәләрҙе белеү ҙә артыҡ булмаҫ.