Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Апрель , 12:08

Полилингваль мәктәптәр—масштаблы проект

“Бындай заманса мәктәптәрҙә  Башҡортостандың киләсәген тәрбиәләйбеҙ”, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 3-сө Аҡъяр полилингваль мәктәбендә булғанда

Полилингваль мәктәптәр—масштаблы проект
Полилингваль мәктәптәр—масштаблы проект

2019 йылдан Башҡортостанда  тәүге полилингваль мәктәптәр төҙөлә башланы. 2023 йылда республикала 4 ошондай заманса мәктәп сафҡа индерелде. Бөгөн 8 полилингваль мәктәп эшләй, унда 7909 бала белем ала, 359 педагог эшләй.

Былтыр “Ауыл территорияларын  комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә, Аҡъяр ауылында ла заманса полилингваль мәктәп үҙ ишектәрен асты. 3-сө Аҡъяр полилингваль мәктәбе  550 уҡыусыға иҫәпләнгән. Унда уҡыу корпусы, пищеблок, 275 урынлыҡ ашхана, 300 урынлыҡ актовый зал, 140 уҡыусыға иҫәпләнгән интернат, башланғыс кластар өсөн корпус,  оҫтаханалар, спорт залы һәм саңғы базаһы бар.  Корпустарҙа лифт һәм йылы үткәүелдәр бар, тағы ла  мәктәп автобусы өсөн йылы гараж, газ ҡаҙанлығы, трансформатор подстанцияһы һәм башҡа обьекттар бар.

Уҡыусылар  рус, башҡорт, инглиз һәм ҡытай телдәрен өйрәнә. Интернатта 53 бала йәшәй, көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ҡаралған.  

Республика башлығы һәм хөкүмәте ярҙамы менән хәйбулла уҡыусылары заманса шарттарҙа белем ала. 3-сө Аҡъяр полилингваль  мәктәбен заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Йыл башында ғына  биология, химия, инглиз теле, һынлы сәнғәт,  МХК һәм ОБЖ кабинеттары өсөн уҡыу-күргәҙмә материалдар һәм  ҡорамалдар килде. Бына улар:  һанлы микроскоптар, интерактив плакаттар,  уҡыу һәм пневматик ҡорал,  интерактив тир, гипс фигуралары, интерактив комплекс—“Автобот” юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү тренажерҙары һәм башҡалар. Яңы һанлы фотоаппараттар, радиосистема, микрофондар һәм декодерҙар “Асыш” мәктәп телевидениеһы өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Киң форматлы лазер һәм төҫлө принтерҙар  плакаттар һәм гәзиттәр баҫыу мөмкинлеген бирһә, термоклей машинаһы ярҙамында китаптар сығарырға була.

--Полилингваль мәктәп—ул тәү сиратта яҡшы матди база, көслө программа, һәләтле уҡытыусылар һәм интернат.  Бында тулы комплект. Аҡъяр мәктәбе “дөрөҫ” урында урынлашҡан.  Эргәлә  йорттар  төҙөлә, ауыл үҫә, яңы микрорайон барлыҡҡа килгән. Тағы ла ниндәй объекттар кәрәклеге тураһында фекер алышырбыҙ”,--тине Радий Хәбиров Хәйбулла районында булғанда.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: