Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Апрель , 09:18

Һай, афарин, йәш сәсәндәр!

Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең конкурсы үтте.

Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!

"Шатлыҡ " балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең конкурсы үтте.

Конкурстың төп маҡсаты-халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү ине. Билдәле булыуынса, эпос тексын шиғырҙан айырмалы ятлау бик еңелдән түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, балалар ныҡ тырыштылар. 20 юлдан 65-кә тиклем ятлаған улар. Бында, әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә, тәрбиәселәрҙең дә роле баһалап бөткөһөҙ.
Һәр конкурсант үҙенсәлекле сығыш яһаны. Һәр береһе милли йәки махсус сәхнә кейеме һайлаған.

Шулай итеп, I урын "Любознайки "төркөмөнән Бикбов Данияр (тәрбиәсеһе Ултраҡова С.Ә.), II урын инглиз телендә башҡарыусы "Любознайки" төркөмөнән Абдуллина Ләйлә (етәксеһе Асҡарова Б.Р.). III урынды "Көнбағыш" төркөмөнән Ғатауллина Милә(тәрбиәсеһе Килдебаева А.Ғ) яуланы. Әүҙем ҡатнашыусылар Кускилдина Наҙгөл һәм Илбәкова Сара (тәрбиәселәре Байғаболова А.Ғ.) Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр.
Ҡатнашыусыларға артабан да уңыштар, тағы ла еңеүҙәр теләйбеҙ!!!

Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Һай, афарин, йәш сәсәндәр!
Автор:Рәмзиә Мусина, "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Читайте нас: