Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Март , 07:38

Милена Дәмин ҡыҙын ҡотлайбыҙ!

2-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы  «Йәш йыл уҡытыусыһы-2024» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында «Педагогик өмөт» номинацияһында еңеү яуланы!

Милена Дәмин ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Милена Дәмин ҡыҙын ҡотлайбыҙ!

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Уларҙың тәүгеһе быйыл – 34-се тапҡыр, икенсеһе 29-сы тапҡыр үткәрелә. Бер нисә көн дауам иткән бәйгеләр барышында уҡытыусылар асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары күрһәтте, ата-әсәләр менән диалогта, матбуғат конференцияһында ҡатнашты.

«Йәш йыл уҡытыусыһы-2024» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында Хәйбулла данын 2-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Милена Күскилдина яҡланы. Конкурстың «Уҡыусылар менән һөйләшеү», «Дәрес», «Педагогтың профессиональ компетенцияларын диагностикалау», «Оҫталыҡ дәресе» һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса Милена Дәмин ҡыҙы «Педагогик өмөт» номинацияһында еңеү яуланы! Был номинация менән жюри ағзаларын үҙенең асыҡлығы, фекерләүҙә ҡыйыулығы, яңылыҡҡа ынтылышы һәм белем биреү процесына йәлеп ителеүе менән таң ҡалдырған уҡытыусылар билдәләнде.

Был еңеүгә Байғужина Р.З., Мөлкәмәнова Л.Ю., Цыкало Н. А., Солтанова Ф. И., Рәмова Н. С. составындағы 2-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыларының ижади төркөмө ҙур өлөш индергән.
Милена Дәмин ҡыҙын һәм уның коллегаларын лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ! Артабанғы эшебеҙҙә уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! 

Милена Дәмин ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Милена Дәмин ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас: