Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Март , 16:13

Радий Хәбиров «Ирҙәрсә һөйләшеү»ҙе башланы

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  республика йәштәр илһөйәрлек форумында ҡатнаша

Радий Хәбиров  «Ирҙәрсә һөйләшеү»ҙе башланы
Радий Хәбиров «Ирҙәрсә һөйләшеү»ҙе башланы

Бөгөн, 20 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ирҙәрсә һөйләшеү» республика йәштәр илһөйәрлек форумында ҡатнаша. Форум Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында бара. Сараға 250 уҡыусы саҡырылған, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, кадеттар һәм юнармеецтар бар.

Радий Хәбиров йәштәр менән осрашыуҙы сәләмләү һүҙҙәре менән башланы.

«Бөгөн беҙ «Ирҙәрсә һөйләшеү» форумын үткәрәбеҙ. «Патриот» паркы Максим Серафимовтың исемен йөрөтә. Ул 2022 йылдың 25 февралендә илебеҙҙе яҡлап һәләк булды. Сағыу, матур, көслө офицер. Шуға беҙ «Патриот» паркына Максим Серафимов исемен бирергә булдыҡ. Янымда - Максим Серафимовтың атаһы, Владимир Викторович. Бөгөн һеҙҙең арала төрлө егеттәр бар, тотош республиканан тиерлек килгәндәр. Шул иҫәптән арағыҙҙа ата-әсәһе әлеге ваҡытта Ватан өсөн һуғышҡан, атайҙары һәләк булған тиҫтерҙәрегеҙ», - тине Радий Хәбиров һәм һәләк булған яугирҙәребеҙҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итте.

Бынан һуң йәш курсанттар  Радий Хәбиров, Максим Серафимовтың атаһы Владимир Серафимов, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирында дүрт тапҡыр еңеү яулаған Эльбрус Ниғмәтуллин, Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының айырыуса мөһим эштәр буйынса легендар тәфтишсеһе, афған һуғышы ветераны Виктор Гурьев, йырҙар авторы һәм башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин, «Салауат Юлаев» хоккей клубы капитаны Григорий Панин, Дәүләт Йыйылышы Депутаты Джефф Монсон һәм афған һуғышы ветераны, яугир-интернационалист Дмитрий Глушко менән иртәнге зарядкала ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Был көндө ул «Патриот» паркында йәш егеттәр менән аралашыуҙан башланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-20/radiy-habirov-nachal-muzhskoy-razgovor-so-shkolnikami-kadetami-i-yunarmeytsami-3692689

 

Автор:
Читайте нас: