Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Март , 15:29

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәләтле балалар менән эш»

Мәмбәт мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы  үтте. 

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәләтле балалар менән эш»
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәләтле балалар менән эш»

14 март  көнө Мәмбәт  урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәләтле балалар менән эш » темаһына район методик берекмә ултырышы  үтте. 

Уҡытыусылар, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, һөнәри кимәлде үҫтереү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәшләште, коллегаларының эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты,   мәктәп музейында ла булды.12  белем биреү учреждениеһынан килгән 13 уҡытыусы өсөн Мәмбәтова Ә.Ә. башҡорт әҙәбиәтенән –  5-се класта, Ҡәйепова З.И. –3-сө класта һәм Ҡотоева Д.В.  2-се класта башҡорт теле буйынса асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Рәсимбәтова А.И. «Башҡорт теле дәрестәрендә креатив фекерләүҙе үҫтереү» темаһына мастер-класс күрһәтте.

Мәмбәт күп функциялы ауыл  клубы  менән бергә ойошторолған кластан тыш саралар бик ҡыҙыҡлы уҙҙы. 

Артабан район берекмә етәксеһе  Рәйфә Искәндәр ҡыҙы Тулибаева  Берҙәм Дәүләт имтиханында көтөлгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы һәм имтиханға әҙерләнеү буйынса үҙенең кәңәштәрен еткерҙе.  Әнисә Хужәхмәт ҡыҙы Бикбова — "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү”, Рәсембәтова Айгөл Рәшит ҡыҙы"Остаз – 2023 конкурсы тәьҫораттары" темаларына  сығыш яһаны.  Улар  хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҙ фекерҙәрен, тәҡтимдәрен  еткерҙе, хеҙмәттәштәре менән фекер алышты.

 

Сығанаҡ: МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

Автор:
Читайте нас: