Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Март , 21:16

2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы наградаға лайыҡ булды

10-сы класс уҡыусыһы  Арыҫлан Ҡыуатов һәм уның остазы Гөлнур Юламанова Өфө ҡалаһында  наградлау тантанаһында ҡатнашты

2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы наградаға лайыҡ булды
2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы наградаға лайыҡ булды

Өфө ҡалаһында  йәмғиәтте өйрәнеү, сәнғәт һәм тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙарын ҡотланылар. Улар араһында хәйбуллалар ҙа булды.  Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса олимпиада призеры, 2-се Аҡъяр мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Арыҫлан Ҡыуатов һәм уның уҡытыусыһы Гөлнәр Юламанова наградлау тантанаһында ҡатнашты. Афарин!

Сығанаҡ: https://vk.com/haibroo

Фото: https://vk.com/haibroo

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: