Иҫке бинаны ремонтлау һәм уға төкәтмә төҙөү бурысын подрядсы ойошма билдәләнгән ваҡыт эсендә үтәгән. Был эштәр “Башҡорт баҡыры” предприятиеһының финанс ярҙамы иҫәбенә башҡарылған. Һөҙөмтәлә уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртылған сағыу, заманса йыһазландырылған белем усағы ҡаршы алды. Әлеге ваҡытта Петропавловка башланғыс мәктәбендә 1-3-сө кластарҙа 7 уҡыусы уҡый, ә оҙайтылған көн төркөмөндә 5 сабый йөрөй.
Бөгөн кескәйҙәрҙе шатлыҡлы ваҡиға менән тәбрикләргә ата-әсәләр, ауыл халҡы, Өфө ауылы мәктәбенең уҡытыусылары һәм уҡыусылары, шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ-һының генераль директоры Александр Туленков, предприятиеның персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Рәмил Туҡаев, подрядсы ойошма – “ПМК-Строй-Монтаж” предприятиеһының директоры Илнур Рәхмәтуллин һәм башҡалар килде.
Йәйғор төҫтәренең иң яғымлыһын ғына йыйған, эстетик зауыҡлы биҙәлеше менән хайран иткән белем усағында тәрбиәләнгән һәм белем алғын балаларҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге яҡты, имен булһын!
Тулыраҡ “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең 11-се һанында уҡығыҙ.