МӘҒАРИФ
4 Март 2024, 09:49

Матур ғаилә - ил күрке

Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһында бик күркәм сара үтте. Унда береһенән-береһе дәртле, дарманлы, башҡорт рухлы Ғафаровтар, Рәхмәтуллиндар, Юлдашбаевтар, ағалы-ҡустылы Нураевтарҙың ғаиләләре ҡатнашты.

Матур ғаилә - ил күркеМатур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләнә. Ошо айҡанлы беҙҙең "Бәпембә" балалар баҡсаһы ла ҡушылып "Матур ғаилә - ил күрке" тигән исем аҫтында бик күркәм сара үткәрҙе.Был сарала береһенән- береһе дәртле, дарманлы, башҡорт рухлы Ғафаровтар, Рәхмәтуллиндар, Юлдашбаевтар, ағалы- ҡустылы Нураевтарҙың ғаиләләре ҡатнашты. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡ. Ул - бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау. Байрамда башҡортлоҡ рухы бөркөлөп торҙо. Беҙҙең был сарала ҡатнашҡан, башҡорт балалары тәрбиәләгән илһөйәр һәм телһөйәр ғаиләләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке
Автор:Гөлгөнә Собханғолова
Читайте нас