Сибайҙа Балалар ижады үҙәгендә уҡыусыларҙың балалар техник ижады буйынса «Йәш Кулибиндар» XIV зона ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Беҙҙең район исеменән Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда уҡыусы Сарьян Әбсәләмов (етәксеһе Ринат Таулыҡаев) сығыш яһаны. Сарьян техник ижады йүнәлеше буйынса 2-се урын алған.
Ҡотлайбыҙ!