Бөгөн Бүребай ауылы мәктәбендә “Йәш армеец” балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте сафына уҡыусыларҙы ҡабул итеү буйынса тантана үтте.
Бүребай, Аҡъяр, Татыр-Үҙәк, Подольск, Ҙур Әбеш ауылдары мәктәптәренән 60-тан ашыу уҡыусы йәш армеецтар сафына алынды. Тантанала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов, урындағы “Юнармия” хәрәкәте штабы начальнигы Таһир Ишемғолов, Афғанстан, Таджикстан һәм махсус хәрби операцияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы сик буйы ғәскәрҙәренең өлкән прапорщигы Алик Юзеев, район методик берекмәләр етәксеһе Сергей Карпов ҡатнашты.
Бүребай мәктәбенең “Ватан” отряды командиры Мария Чувашова йәш армеецтар антын уҡыны. Уңыштапр һеҙгә, йәш илһөйәрҙәр!
МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ