МӘҒАРИФ
21 Февраль 2024, 03:51

Лауреаттар - “Педагогик дебат”та

Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика профессиональ конкурсының иң һуңғы туры - “Педагогик дебат” үтте. "Йәйғop" балалаp баҡсаҺының өҫтәлмә белем биpеү педагoгы Йәмилә Xәйбуллина Xәйбулла pайoны данын лайыклы яҡланы. 

Лауреаттар  - “Педагогик дебат”таЛауреаттар  - “Педагогик дебат”та
Лауреаттар - “Педагогик дебат”та

Сарала БР Мәғариф һәм фән министры И.М. Мәүлетбирҙин, БР Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары С.В. Антипина, БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.З. Ғәлиева, Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Е.Р. Хаффазова ҡатнашты.

Конкурсанттар телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау, популярлаштырыу, туған телде өйрәнеүҙә ғаиләнең роле, ғаилә һәм балалар баҡсаһы мөнәсәбәте һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡорҙо.
Был мәpтәбәле сарала беҙҙең Аҡъяp ауылы "Йәйғop" балалаp баҡсаҺы ның өҫтәлмә белем биpеү педагoгы Xәйбуллина Йәмилә Фәтиx ҡыҙы Xәйбулла pайoны данын лайыклы яҡланы.
Еңеүсе исеме 28 февраль конкурстың ябыу тантанаһында яңғыраясаҡ.

 

Сығанаҡ һәм фотолар:МКУ УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ

Автор:
Читайте нас