МӘҒАРИФ
21 Февраль 2024, 15:04

Кескәйҙәр ата-бабалар шөғөлөн өйрәнә

Башҡортостан-ҡымыҙ сере,--ти Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре

Кескәйҙәр ата-бабалар шөғөлөн өйрәнәКескәйҙәр ата-бабалар шөғөлөн өйрәнә
Кескәйҙәр ата-бабалар шөғөлөн өйрәнә

Башҡортостан- ҡурай иле,
Башҡортостан- Урал ере,
Башҡортостан-ҡумыҙ теле,
Башҡортостан-ҡымыҙ сере!


21 февраль-Халыҡ-ара туған тел көнөндә "Бал ҡорттары" төркөмө балалары ҡымыҙ эшләү серҙәре менән таныштылар. Телмәрҙәрен ҡымыҙ етештергәндә ҡулланылған һауыт-һаба атамалары менән байыттылар(ағас көбө, бешкәк( болғатҡыс), турһыҡ).
Ҡымыҙҙың кеше организмына булған тәьҫире бик күп төрлө икәнлеге тураһында мәғлүмәт алдылар.
“Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ ҡына түгел, һаулыҡ та бар" тигән әйтем менән сарабыҙҙы тамамланыҡ.

МБДОУ № 3 "Шатлык" с. Акъяр

 

Автор:Рәмзиә Мусина, Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы
Читайте нас