МӘҒАРИФ
20 Февраль 2024, 17:28

Афарин, "Бәпембә бөркөттәре"

   

Афарин,  "Бәпембә бөркөттәре"Афарин,  "Бәпембә бөркөттәре"
Афарин, "Бәпембә бөркөттәре"

Беҙҙә йыйын, әйҙә, йыйын!

Һүҙ уйнатып, күңел асырға,

Йырҙар йырлап, бейей-бейей,

Тыпырлатып килтереп баҫырға.

Аҡъяр ауылы “Бәпембә” балалар баҡсаһында "Бәпембә бөркөттәре" тип аталған сара уҙҙы. Йыйында борон-борондан батырҙар көс һынашҡан, сәсәндәр үҙ-ара әйтешкән, беҙ ҙә йоланан ары китмәй, ошо өлгөләрҙе ҡулланып, бәләкәй батырҙарыбыҙҙы майҙанға сығарҙыҡ. Уртансы, өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре ижади конкурста үҙҙәрен күрһәттеләр – йырҙар йырланылар, бейеү башҡарҙылар. Тыуған ил, башҡорт халыҡ ижады буйынса һорауҙарға төплө яуап ҡайтарҙылар. ​ Мәргән атыу, ат сабышы кеүек ярыштарында ла ал бирмәнеләр. Афарин, "Бәпембә бөркөттәре!".

Афарин,  "Бәпембә бөркөттәре"
Афарин,  "Бәпембә бөркөттәре"
Афарин, "Бәпембә бөркөттәре"
Автор:Әнисә Рахманғолова, Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.
Читайте нас