Тыуған илен ихлас яратҡан һәм уның мәнфәғәтендә эшләгән кешеләр Ватанды һаҡлаусылар булып тора. Был темаға бөгөн «Иң мөһиме тураһында Һөйләшеүҙәр» дәрестәре бағышланды.
Райондың белем биреү ойошмаларында уҡыусыларға был байрамдың тарихы һәм әһәмиәте, бөгөн илебеҙҙе яҡлаған геройҙар тураһында һөйләнеләр.
Дәрестәр интерактив заданиелар менән танышыу әңгәмәһе формаһында үтте. Был байрам өс тапҡыр исемен үҙгәртә, әммә бер нәмә һәр ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала был көндө беҙ ысын геройҙарға, Рәсәй һаҡлаусыларына һәм тыныслыҡты ҡурсалаусыларға хөрмәт күрһәтәбеҙ.