Форумда мәғариф ойошмалары етәкселәре, директорҙар урынбаҫарҙары, өлкән тәрбиәселәр, педагог-психологтар, социаль педагогтар, ОБЖ уҡытыусылары, директорҙарҙың тәрбиә буйынса кәңәшселәре, класс етәкселәре, ата-әсәләр советы вәкилдәре ҡатнашты.
Сара башланыр алдынан ҡатнашыусылар фойела мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары, мәктәптәр, Балалар ижады йорто һәм тәрбиә буйынса директорҙар кәңәшселәре әҙерләгән хәүефһеҙлек темаһына күргәҙмәләр менән танышты.
Спикерҙар сифатында Район мәғариф идаралығы начальнигы Н.Х. Рыҫҡолов, ЮХХДИ инспекторы Р. Н. Низамов, Баймаҡ район-ара надзор эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше идаралығы инспекторы Р. Ә. Ҡәйепов, Балиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы сәркәтибе секретары Ю. А. Ишемғолова, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының медицина психологы Г. Г. Рахманғолова, "Нур" йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы белгесе Ф. А. Бикбова, 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусыһы Г.Э. Мөхәмәтшина сығыш яһай.
Форумда бәлиғ булмағандарҙың комплекслы хәүефһеҙлеге, юл-транспорт ваҡиғаларын янғында балаларҙың һәләк булыуы һәм йәрәхәтләнеүе, психоактив матдәләр ҡулланыу, буллинг, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар, үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуҙы иҫкәртеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Форумда 2023 йылда дөйөм белем биреү ойошмалары араһында иң яҡшы наркотиктарға ҡаршы профилактик эшкә конкурстың муниципаль этабына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде.
Форумда ҡатнашыусылар үҫеп килеүсе быуынға хәүефһеҙ тәртип ҡағиҙәләрен даими өйрәтеү, хоҡуҡи нормаларҙы үтәү буйынса бөтә ҡыҙыҡһынған хеҙмәттәрҙең берлектә эшләүе кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.