Бөгөн И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында "Социаль партнерлыҡ һәм уның урта звено белгестәрен әҙерләүҙәге роле" темаһына стратегик сессия үтте.
Унда район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең генераль директоры А.Туленков, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Р.Аблаев, район мәғариф идаралығы начальнигы Н.Рыҫҡолов, райондың мәктәп директорҙары һәм башҡалар ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар колледж педагогтары ойошторған практик дәрестәрҙе, музейҙы ҡараны. Колледждың белем биреү ойошмалары һәм предприятиелар менән үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләре буйынса фекер алышынды. Студенттарға райондың сәнәғәт предприятиеларында эшләү өҫтөнлөгө, эш шарттары бәйән ителде.