МӘҒАРИФ
5 Февраль 2024, 13:58

Иң яҡшы педагогтар билдәләнде

   

Иң яҡшы педагогтар билдәләндеИң яҡшы педагогтар билдәләнде
Иң яҡшы педагогтар билдәләнде

Элек-электән беҙҙең район үҙенең эшһөйәр, талантлы кешеләре менән дан тота. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади инициативаһы, еренә һәм халҡына тоғролоғо менән яҡташтарының ғорурлығы булып тора. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү өсөн 2023 йылда йыл һайын үткәрелеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы иғлан ителә, унда конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырыла.

2023 йылда «Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре» номинацияһында 1-се Аҡъяр мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Баймырҙин Шәһит Мәжит улы һәм Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы Мортазин Юлдаш Хәсән улы еңеүсе булды. Ҡотлайбыҙ!!!

Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 7-се һанында уҡығыҙ.

Иң яҡшы педагогтар билдәләнде
Иң яҡшы педагогтар билдәләнде
Иң яҡшы педагогтар билдәләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас