МӘҒАРИФ
5 Февраль 2024, 15:41

Беҙ бергә – ҙур көс!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм "Йәш армеецтар" штабы начальнигы Таһир Ишемғолов Орск ҡалаһының 49-сы мәктәбендә булды.

Беҙ бергә – ҙур көс!Беҙ бергә – ҙур көс!
Беҙ бергә – ҙур көс!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм "Йәш армеецтар" штабы начальнигы Таһир Ишемғолов Орск ҡалаһының 49-сы мәктәбендә булды. "Мясник", "Бурый" һәм "Шах" позывнойлы яугирҙар мәктәптең юбилейы уңайынан тантаналы сараның почетлы ҡунаҡтары була.

1941-1945 йылдарҙағы бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүенең 60 йыллығы исемен йөрөткән белем усағында балаларҙы хәрби-патриотик тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһы ирекмәндәре менән осрашыуҙа СВО-ла ҡатнашыусылар һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа һөҙөмтәле эшләү буйынса бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе.
Хәйбулла районы һәм Орск ҡалаһы "Йәш армеецтар" штабтары начальниктары балаларҙы хәрби-патриотик тәрбиәләүҙәге эште һәм ике бүлексә араһында артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.

 

Беҙ бергә – ҙур көс!
Беҙ бергә – ҙур көс!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас