МӘҒАРИФ
31 Ғинуар 2024, 15:13

Иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

Бөгөн “Йыл уҡытыусыһы-2024” район конкурсы призерҙары һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Иң яҡшы уҡытыусылар билдәләндеИң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде
Иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

Ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уҡытыусының социаль статусын һәм уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын күтәреү, иң яҡшы уҡытыусыларҙың инновацион педагогик тәжрибәһен таратыу, педагогтарҙың ижади үҫеше һәм үҙен күрһәтеү өсөн ярашлы мөхит булдырыу маҡсатында үткәрелгән педагогик оҫталыҡ конкурсының район этабы тамамланды һәм үҙ еңеүселәрен тапты. 

“Өҫтәмә белем биреү педагогы-2024”  муниципаль конкурсы еңеүсеһе – Балалар ижады йорто педагогы Әлфир Байғотлин.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы” муниципаль конкурсы еңеүсеһе – Аҡъяр ауылы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дания Вәлитова.

“Призвание-2024” муниципаль конкурс еңеүсеһе -  2-се Аҡъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Милена Күскилдина.

Ә инде “Йыл уҡытыусыһы-2024” район конкурсының абсолют еңеүсеһе булып Өфө урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Урания Исмәғилева танылды.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас