МӘҒАРИФ
29 Ғинуар 2024, 10:34

Хәйбулланың йәш программист-робототехниктары сираттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырҙы

Республика фестивалендә район исеменән Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре Кәрим Әбделнасиров, Фидан Яҡшыбаев, Динар Сәмиғуллин, Айгиз Яҡшыбаев, Радмир Иҫәнгилдин сығыш яһаны. Афарин, егеттәр!

Хәйбулланың йәш программист-робототехниктары сираттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырҙыХәйбулланың йәш программист-робототехниктары сираттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырҙы
Хәйбулланың йәш программист-робототехниктары сираттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырҙы

Стәрлетамаҡта «РобоФест-Башҡортостан - 2024» республика робототехник фестивале үтте.

Мәртәбәле сарала беҙҙең райондан Аҡъярҙың Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре Кәрим Әбделнасиров, Фидан Яҡшыбаев, Динар Сәмиғуллин, Айгиз Яҡшыбаев, Радмир Иҫәнгилдин ҡатнашты. Балалар "Робокарусель", "Мини сумо", "Шорт-трек" һәм "Ҡара һыҙыҡ буйынса уҙыштар" йүнәлештәрендә уңышлы сығыш яһай. Фестиваль йомғаҡтары буйынса Радмир Иҫәнгилдин, Фидан Яҡшыбаев, Кәрим Әбделнасиров 2-се урынды, ә Динар Сәмиғуллин һәм Айгиз Яҡшыбаев 1-се урынды яулай. Етәксеһе - быйыл фестивалдең судьялар коллегияһы составында булған өҫтәмә белем биреү педагогы Ришат Хөсәйенов.

Ҡотлайбыҙ! Афарин, егеттәр!

Хәйбулланың йәш программист-робототехниктары сираттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырҙы
Хәйбулланың йәш программист-робототехниктары сираттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырҙы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас