Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында "Туған телдә уҡытыу буйынса йыл педагогы" конкурсы үтте.
Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһынан өҫтәмә белем биреү педагогы Рәмзиә Әхәт ҡыҙы "Туған телдә уҡытыу буйынса йыл педагогы" конкурсында ҡатнашты. Ул "Шәхесте милли традициялар рухында тәрбиәләгән өсөн" номинацияһы буйынса бүләкләнде. Педагог Рәмзиә Әхәт ҡыҙы: "Иң мөһиме һөнәри бәйгелә ҡатнашыу, тәжрибә туплау, аралашыу "-тип үҙ фекерен белдерҙе.
Алдағы эшендә тик уңыштар, яңы үрҙәр генә теләйбеҙ!