МӘҒАРИФ
17 Ғинуар 2024, 17:07

Таныш булығыҙ—Аҡъярҙан йәш уйлап табыусы Айҙар Исмәғилев

6-сы класс уҡыусыһы биш йәшендә янғын һүндереү кәмәһен төҙөй

Таныш булығыҙ—Аҡъярҙан йәш уйлап табыусы Айҙар ИсмәғилевТаныш булығыҙ—Аҡъярҙан йәш уйлап табыусы Айҙар Исмәғилев
Таныш булығыҙ—Аҡъярҙан йәш уйлап табыусы Айҙар Исмәғилев

Аҡъяр ауылының Балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 1-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се “а” класы уҡыусыларына  йәш уйлап табыусы, 6-сы “а” класы уҡыусыһы Айҙар Исмәғилев менән осрашыу ойошторҙо.

Айҙар үҙ шөғөлө, нисек биш йәшендә үк легонан янғын һүндереү кәмәһе эшләүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Йәш уйлап табыусы  осрашыуға үҙенең һуңғы эштәре – миксер, диңгеҙ телеграфы, елләткес (вентилятор) алып килеп, уларҙы эшләтеп тә күрһәтте.  Айҙарҙың коллекцияһында  иҙән йыуа торған робот,  стенаны буяуҙа ҡуллана торған ҡулланма, локатор, поршенлы двигатель һәм башҡалар бар.

Дүртенсе кластарҙы уның эштәре бик ҡыҙыҡһындырҙы, үҙҙәре лә төрлө әйберҙәр эшләп ҡарарға ниәтләне, Айҙарға ҡыҙыҡлы һөйләүе өсөн  рәхмәт белдерҙе.

Детская Модельная-Библиотека

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас