Хәйбулла районында асылған йәштәр инициативалары үҙәге ҡыҙҙар һәм егеттәргә “йәшел ут” асты.
И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары бында үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра, лидерлыҡ һәләттәрен аса, команда составында эшләргә һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнә.
Буласаҡ таусыларға белем биргән уҡыу йортонда муниципаль-ара тәрбиә биреү темаһына арналған зональ семинар-практикум үтте. Осрашыуҙы директорҙарҙың тәрбиә буйынса район советниктары һәм уларҙың муниципаль координаторы Лилиә Бағышаева ойошторҙо. Сара сиктәрендә, тантаналы шарттарҙа райондағы тәүге йәштәр инициативалары үҙәге асылды. Хәҙер студенттар үҙ идеяларын тәҡдим итеп кенә ҡалмай, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа һәм ойоштороуҙа ҡатнаша ала. Үҙәктә төрлө семинарҙар, тренингтар, оҫталыҡ кластары, шулай уҡ проект эштәре ойоштороласаҡ.
Йәштәр инициативаһы үҙәген асыуҙа Хәйбулла районы, Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары “Бала саҡ навигаторҙары” проектының муниципаль координаторҙары, директорҙарҙың тәрбиә буйынса советниктары, педагогтар һәм студенттар ҡатнашты. Һәләтле студенттар йырлы-моңло концерт номерҙарын күрһәтте. Сара аҙағында “түңәрәк өҫтәл” артында тәжрибә уртаҡлашыу ҙа булды.