Татыр-Үҙәк ауылы мәктәбендә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсе баҫҡысы булған «Рәсәй бөркөттәре» йәмәғәт ойошмаһы сафына башланғыс кластар уҡыусыларын ҡабул итеү тантанаһы үтте.
Тантана элекке заман атрибутикаһы, ҡыҙыл галстук һәм вымпел тураһында танышыу менән башлана. Артабан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары башҡарыла. Һуңынан малайҙар һәм ҡыҙҙар «Рәсәй бөркөттәре» легендаһын белә, тантаналы ант бирә һәм башҡа балалар өсөн өлгө булырға, үҙ класы менән бер бөтөн булырға вәғәҙә итә.
Сарала район мәғариф идаралығының методик бүлек мөдире Рәмзиә Ильясова һәм "Баласаҡ навигаторҙары" проектының муниципаль координаторы Лилиә Бағышаева ҡатнашты. Улар уҡыусыларға өгөт-нәсихәт һүҙҙәре әйтте, ҡотланы һәм өҫтәл уйындарын тапшырҙы.