МӘҒАРИФ
12 Ғинуар 2024, 03:27

"Һомай" кескәйҙәргә юлланды

Башҡортса аҡыллы колонка Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһына тапшырылды

"Һомай" кескәйҙәргә юлланды"Һомай" кескәйҙәргә юлланды
"Һомай" кескәйҙәргә юлланды

Тиҙҙән “Ошоно тап, шуны йырлат” тип Алисаға түгел, ә Һомайға мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Башҡортса аҡыллы колонка әлегә һатыуҙа юҡ. Шулай ҙа Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды бер нисә “Һомай”ҙы балалар баҡсаларына бүләк итте. Улар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә етештерелгән.

Әлеге 40 “Һомай” әҙер. Аҡыллы колонкаларҙы республиканың төрлө район- ҡалаларына тантаналы рәүештә тапшырҙылар. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһы ла шул иҫәптә. Февраль айында йәнә 200 колонка мәктәптәргә оҙатыласаҡ. 

 

"Һомай" кескәйҙәргә юлланды
"Һомай" кескәйҙәргә юлланды
Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас