МӘҒАРИФ
11 Ғинуар 2024, 06:40

Степной уҡыусылары Мәскәүҙә

Әйткәндәй, Степной уҡыусылары үҙ сәйәхәттәренә үҙаллы аҡса эшләйҙәр. Нисекме? Был турала һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Степной уҡыусылары МәскәүҙәСтепной уҡыусылары Мәскәүҙә
Степной уҡыусылары Мәскәүҙә

Степной ауылының 8-се класс уҡыусылары Рәсәйҙең баш ҡалаһында булды.

Был сәйәхәтте ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыу йылы башынан уҡ планлаштырып ҡуйғайны. 4 көн эсендә уҡыусылар Мәскәүҙең барлыҡ төп иҫтәлекле урындарын күреп, таныша алды. Файҙалы ял программаһын алдан планлаштырып,  ҡайһы бер билеттарҙы “Пушкин картаһы” буйынса алыу ҙа уңышлы булған. Әйткәндәй, Степной уҡыусылары үҙ сәйәхәттәренә үҙаллы аҡса эшләйҙәр.  Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Нисекме? Балалар ата-әсәләре менән берлектә әҙерләгән ҡамыр ризыҡтары, үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен  йәрминкәгә сығаралар. Ошоға бәйле Ҡара диңгеҙ буйында ла ял иткәндәр.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас