МӘҒАРИФ
6 Ғинуар 2024, 09:17

Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә

Бүребай мәктәбе уҡыусылары һыбай һәм санаға егелгән атта йөрөргә өйрәнә

Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрәЙәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәсүл Рәхмәтуллин, “Йәш армеецтар” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе начальнигы Таһир Ишемғолов Бүребай мәктәбенең 6-сы “ш” класына Степной ауылынан Илгиз Тазетдиновтың фермер хужалығына сәфәр ойошторҙо. Сара Шайморатов класы стандартын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә  ойошторолдо. 

Йәш шайморатовсыларҙы бихисап ат ярыштарында еңеү яулаған Айгиз Тазетдинов ихлас ҡаршы алды. Ул балаларға аттар, йылҡы тоҡомдары, ат спорты төрҙәре, шулай уҡ һыбай йөрөү, санаға егелгән атта йөрөү серҙәре, хәүефһеҙлек талаптары менән таныштырҙы. 

Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа инструкторҙар ярҙамында һыбай йөрөргә өйрәнде, ҡайһылары үҙ аллы йөрөп күрһәтте.  Ҡышҡы каникулдың бер көнөн балалар бик күңелле үткәрҙе. Хатта аҙаҡ өйҙәренә ҡайтҡылары килмәне. Саф һауала файҙалы һәм фәһемле ял уҡыусыларға бик ныҡ оҡшаны.

Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Йәш шайморатовсылар ҡышҡы каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас