МӘҒАРИФ
22 Декабрь 2023, 06:20

Иң шәп кабинет

Бүребай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты - иң яҡшыһы

Иң шәп кабинетИң шәп кабинет
Иң шәп кабинет

Башҡортостанда «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Иң яҡшылары тип табылған ун белем усағы араһында Бүребай ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла бар! Еңеүселәр кабинеттар өсөн мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу сертификаттарына эйә булдылар.
2009- сы йылдан алып уңышлы эшләп килгән һәләтле йәш уҡытыусы - Лилиә Рәис ҡыҙы Гәрәйеваның был еңеүе осраҡлы түгел, эшенә бар күңелен һалып, яратып башҡара ул. Лилиә Рәис ҡыҙының фәнни-методик һәм инновацион эшмәкәрлеге, уҡыусылар, һәләтле балалар менән алып барылған әүҙем эше өлгө булырлыҡ. Һәләтле уҡытыусыны һәм уның уҡыусыларын лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы

Автор:
Читайте нас