

Бөгөн Өфө ҡалаһында "Күңелле остаздар клубы" финалында республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 10 команда ярышты, улар араһында Хәйбулла районының "ХАЙБ советник" командаһы ла бар.
Сәмле бәйгенең һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең команда 1-се урынды яуланы!
Команда составында Бүребай, Татыр-Үҙәк, Подольск, Яңы Ергән, Һамар, Степной ауылдары мәктәптәренән 6 кәңәшсе һәм И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 1 кәңәшсеһе ҡатнашты.
Финалда ҡатнашыуға булышлыҡ итеүҙәре, репетициялар үткәреү мөмкинлеге һәм ярҙамдары өсөн команда ағзалары бөтә мәктәп директорҙарына, Мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡоловҡа һәм 1-се Аҡъяр мәктәбе директоры Юнир Солтановҡа, водитель Сәғәҙәт Байғужинға, Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмилә Туҡбаеваға оло рәхмәтен белдерә.