

16 декабрҙә Мәскәү ҡалаһында “Беҙ Ватаныбыҙ ғорурлығы” тип аталған тикшеренеү һәм ижади эштәр буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының XХl йомғаҡлау этабы тамамланды.
Рәсәй Федерацияһының 39 субъекты вәкилдәре еңеүсе исеменә көрәште. Конкурста ҡатнашыусылар Рәсәйҙең Красноярск крайы, Санкт-Петербург, Мәскәү, Калуга, Владимир, Һамар, Нижегород өлкәләренән, Ставрополь һәм башҡа төбәктәрҙән.
Ошо мәртәбәле бәйгенең йомғаҡлау этабына Хәйбулла уҡыусылары ла саҡырылды. Бына улар: 2-се Аҡъяр мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Күскилдин һәм 6-сы класс уҡыусыһы Радмир Тоҡомбәтов. Улар үҙ эштәрен эксперт советы алдында яҡланы. Был бик еңелдән булманы, сөнки комиссия составы араһында Мәскәү юғары уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылары ла булды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, Сыңғыҙ үҙенең “Бал—Башҡортостан бренды. Ысын балды нисек айырырға?” эшен һәм Радмир “Башҡорт милли продукты” темаһы буйынса эшен лайыҡлы яҡлап, беҙҙең төбәкте һәм 2-се Аҡъяр мәктәбен уңышлы күрһәтте. Улар икеһе лә 2-се дәрәжә дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Әлбиттә, уҡыусыларҙы ҙур конкурсҡа әҙерләгән район мәғариф идаралығы, 2-се Аҡъяр мәктәбе директоры Р.М.Баймырҙин, ата-әсәләргә рәхмәт белдерге килә. Улар ҙа диплом һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Уҡытыусылар Л.Мөлкөмөнова һәм С.Тоҡомбәтоваларҙы уҡыусыларының сағыу һөҙөмтәләре менән ҡотлап, артабанғы уңыштар теләйбеҙ.