МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2023, 06:40

Фән юлына тәүге аҙымдар

Район мәғариф идаралығында "Асыш-2023" муниципаль конкурсының финал туры үтте

Фән юлына тәүге аҙымдарФән юлына тәүге аҙымдар
Фән юлына тәүге аҙымдар

Район мәғариф идаралығының конференциялар залында "Асыш-2023" муниципаль конкурсының финал туры үтте.

Йыл һайын уҙғарылған конференцияла шәхси һәм төркөм проекттары ҡатнаша. Уларҙы әҙерләүҙә уҡыусыларға уҡытыусылар ярҙам итә. Быйыл Хәйбулла мәктәптәренең 5-11-се кластары уҡыусылары абруйлы баһалама ағзалары хөкөмөнә 10 тикшеренеү эше һәм 6 проект тәҡдим итте.  Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусының һәр эше үҙенсәлекле булды, улар сәләмәт туҡланыу, боронғо уйынсыҡтар, Башҡортостандың милли аҙыҡ-түлеге, башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү перспективалары, беҙҙең заман геройҙары, тирә-яҡтағы радиация хаҡында һөйләне.  

Фән юлына тәүге аҙымдар
Фән юлына тәүге аҙымдар
Фән юлына тәүге аҙымдар
Фән юлына тәүге аҙымдар
Фән юлына тәүге аҙымдар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас