МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2023, 09:49

Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған

Шул иҫәптән 1-се Төркмән ауылында дөйөм белем биреү мәктәбенә капиталь ремонт үткәрелде. Бөгөн Баймаҡ районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә мәктәп менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.

Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланғанБаймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған
Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған

Быйыл Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында дөйөм белем биреү мәктәбенә капиталь ремонт үткәрелде. Ремонтҡа аҡса "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты һәм "Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау" федераль программаһы сиктәрендә бүленгән.

Был учреждениены капиталь ремонтлауға һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 52,8 миллион һум бүленгән, шуларҙың 44 миллион һумдан ашыуы федераль бюджеттан. Бөгөн Баймаҡ районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә мәктәп менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.

"Капиталь ремонт быйыл яҙ башланды. Шулай уҡ федераль программа буйынса бүленгән аҡсаға мәктәп яңы мебель, һанлы һәм спорт ҡорамалдары, шулай уҡ ашхана өсөн техника менән йыһазландырылды», — тип һөйләне мәктәп директоры Зөһрә Ҡаһарманова.

Радий Хәбиров бер нисә уҡыу кабинетын, спорт залын һәм ашхананы ҡараны, шулай уҡ урындағы уҡыусыларҙы «Рәсәй бөркөтө» ойошмаһына ҡабул итеү тантанаһын ҡараны.

Быйыл Баймаҡ районында 1-се мәктәп һәм Баймаҡ ҡалаһында 4-се лицей биналары капиталь ремонтланды. Улар буйынса дөйөм финанслау күләме 60 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, шул иҫәптән 50,8 миллион һум федераль средстволар.

2023 йылда мәктәп системаларын модернизациялау федераль программаһы буйынса Башҡортостанда 77 мәктәп бинаһы ремонтланасаҡ. Капиталь ремонт үткәреү өсөн федераль бюджеттан 3,63 миллиард һум һәм республика бюджетынан 691,7 миллион һум бүленгән.

Автор:Азат Ғиззәтуллин //Фото:Олег Яровиков

Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған
Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған
Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған
Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған
Баймаҡ районында быйыл өс мәктәп ремонтланған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас