МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2023, 08:19

Һалдаттар менән осрашыу

Әрме хеҙмәтенән ҡайтыусылар менән күрешеү Әбеш ауылында матур йолаға әүерелде.

Һалдаттар менән осрашыуҺалдаттар менән осрашыу
Һалдаттар менән осрашыу

Егет кеше өсөн илде һаҡлау элек-электән изге бурыс һаналған. Ул йәше етеү менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.

Осрашыуға килгән егеттәр Инйәр Сурин, Рәлис Сурин, Илнар Ишемғолов һәм Булат Илембәтов үҙҙәренең Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәүе хаҡында һөйләп, уҡыусыларҙы әрме хеҙмәтенән ҡурҡмаҫҡа, спорт менән дуҫ булырға, тырышып уҡырға өндәне. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.

Шулай уҡ Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Зиннур улы әрме хеҙмәте тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.

Осрашыу уҡыусылар өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай саралар балаларҙа Тыуған ил һаҡсылары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй. 

Һалдаттар менән осрашыу
Һалдаттар менән осрашыу
Автор:Оло Әбеш ауылы
Читайте нас