

Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһында бик матур сара – Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының мәғариф хеҙмәте ветерандары һәм педагогтары араһында «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үткәрелде.
Сара башында район мәғариф идаралығының мәғлүмәт-аналитик бүлеге етәксеһе Илгиз Ҡарабаев, район мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе методисы Ләйсән Рыҫҡолова уйында ҡатнашыусыларға матур һәм фәһемле ял теләгәндән һуң, ҡыҙыу уйын башланып та ките.
«Остазбикә» һәм «Тәрбиәселәр» командалары үҙ-ара үҙебеҙҙең республика, район тарихы, башҡорт аш-һыуы, ер-һыу атамалары, мәҙәните, рухиәте, әҙәбиәте өлкәһендә көс һынаштылар. «Кем сосораҡ!», «Кем башлыраҡ?», «Серле һандыҡ» турҙарынан торған уйын бик дәртле, мауыҡтырғыс барҙы. Һәр дөрөҫ яуап тәңкәләр менән баһаланып, ике команда ла тигеҙ мәрәй йыйып, еңеүсе булдылар. Уйын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең йыр-бейеүе менән үрелеп барыуы сараға йәм өҫтәне һәм кескәйҙәрҙе ҡунаҡтар ихлас алҡышланы. Оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан абруйлы ветерандарыбыҙ ихлас күңелдән хәтирәләре менән бүлеште, йәш хеҙмәттәштәренә кәңәштәр биреп, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уйында ҡатнашыусылар рәхмәт хаты һәм район мәғариф бүлеге идаралығы тарафынан иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән «Алтын тирмә» уйыны барыһының да күңеленә хуш килде.
Нәжиә Жуламанова,
Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһының
башҡорт теленән өҫтәмә белем биреү педагогы.