Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Ноябрь 2023, 14:07

Йәш уйлап табыусылар үҫә

Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда «Техностарт-2023» муниципаль конкурсы үтте.

Йәш уйлап табыусылар үҫә
Йәш уйлап табыусылар үҫә

Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда «Техностарт-2023» муниципаль конкурсы үтте.

«Техностарт» муниципаль конкурсы - робототехникала тәүге аҙымдарын яһаусы йәш новаторҙар конкурсы. "Техностарт" бәйгеһе "Башҡорт баҡыры" предприятиеһы менән берлектә, уның уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш итеү программаһы сиктәрендә үткәрелә.

Быйыл «Техностарт» ҙур масштабта үтте. Конкурста балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, район мәктәптәренең башланғыс һәм өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Балалар үҙҙәрен 4 номинацияла күрһәтте: «медиаижад», «конструкторлау һәм моделләү», «робототехника», «графика». Йәш уйлап табыусылар конкурсы балаларса баһаланмай. Ябай деталдәрҙе йәнләндереү, уларға интеллект биреү - һәр өлкән кеше лә башҡара алмаҫлыҡ бурыс. Әммә ҡатнашыусылар өсөн был еңел, сөнки улар робототехника менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәйҙәр. Жюри составында «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы, мәғариф идаралығы вәкилдәре, Балалар ижады йорто һәм район педагогтары төрлө йәш категорияһындағы эштәрҙе баһаланы. Һөҙөмтәлә конкурс еңеүселәре, призерҙары билдәле булды. Бүләк итеп улар төрлө номиналдағы сертификаттар алды.

Йәш уйлап табыусылар үҫә
Йәш уйлап табыусылар үҫә
Йәш уйлап табыусылар үҫә
Йәш уйлап табыусылар үҫә
Йәш уйлап табыусылар үҫә
Йәш уйлап табыусылар үҫә
Йәш уйлап табыусылар үҫә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: