Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Ноябрь 2023, 19:33

Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуы системаһы хаҡында һөйләне

  

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә туҡланыу системаһын яңыртыуҙы дауам итәсәген белдерҙе.

— Беҙгә әле мәктәп туҡланыуы өҫтөндә күп эшләргә тура киләсәк. Беҙ ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә кәрәклеген күрәбеҙ — беҙҙе артабан яңыртыу көтә, — тине Радий Хәбиров «тура бәйләнеш»тә бирелгән һорауға яуап итеп. — Ысынлап та, һуңғы ваҡытта күп эштәр башҡарылды, икенсе йыл рәттән илдә иң яҡшыһы булыуыбыҙ юҡҡа түгел.

Шул уҡ ваҡытта ул, ата-әсәләр берләшмәһенең дә, контроль органдарҙың да бәҫен кәметергә ярамай, тип билдәләне. Шулай уҡ республика етәксеһе мәктәп туҡланыуында ГОСТ нормаларының бик ҡаты булыуына иғтибарҙы йүнәлтте. Уның фекеренсә, уларҙы яңынан ҡарау балалар менюһын байтаҡҡа төрләндерергә мөмкинлек бирер ине. Ул шулай уҡ ғаиләләрҙә сәләмәт туҡланыу мәҙәниәтен тәрбиәләү тураһында ла оноторға ярамай, тип иҫкә төшөрҙө.

«Даими эшләргә, контролдә тоторға кәрәк», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: