Бөгөн Аҡъяр балалар моделле китапханаһында «Тыуған ерем – Хәйбулла» тикшеренеү эштәре район конкурсының финал этабы үтте. Бәйге арҙаҡлы педагог, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рафайыл Сәләхетдин улы Рәхимовтың 90 йыллығына арналды.
Беренсе этапта 44 ҡатнашыусының эшен жюри ҡарағандан һуң, 12 бәйгесе финал этабына үткән. Уҡыусылар ике йәш категорияһында (7-12 һәм 13-18 йәшлектәр) дүрт номинация («Яҡташтар», «Мәҙәни мираҫ», «Тарихи тыуған яҡты өйрәнеү», «Тыуған яҡтың топонимдары») буйынса тикшеренеү эштәрен яҡланы. Улар үҙҙәренең йыйған материалы буйынса белемдәрен, аудитория алдында сығыш яһау оҫталығын күрһәтте. Ҡатнашыусылар тыуған төйәгебеҙҙең үткәне һәм бөгөнгөһө, хеҙмәтсән һәм ижади кешеләр, тыуған еребеҙҙең матурлығы һәм үҙенсәлеге, ҡыҙыҡлы тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында һөйләне.
Конкурс йомғаҡтары буйынса иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде. Бынан тыш Р.С.Рәхимовтың ҡыҙы Рәсимә Туғыҙбаева бәйгеселәргә һәм уларҙың етәкселәренә махсус бүләктәр һәм Рафайыл рәхимов исемендәге премияны тапшырҙы.
Йәш тикшеренеүсе уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!