Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Ноябрь 2023, 12:01

Инженер класы асылды

Уфимка мәктәбендә тантаналы шарттарҙа инженер кластары асылды.

Инженер класы асылды
Инженер класы асылды

Уфимка мәктәбендә буласаҡ инженерҙар әҙерләй башланылар: тантаналы шарттарҙа мәктәптә инженер кластары асылды. Мәктәптә үк һөнәр һайлау буйынса эште яйға һалыуға “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте ярҙам күрһәтәсәк. Уҡыусылар юғары уҡыу йортона ингәнгә ҡәҙәр инженер һөнәре менән танышасаҡ. Мәктәптә һөнәр буйынса белеи биреү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Уфимка мәктәбенә  “Мәғариф” милли проектының “Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” федераль проекты сиктәрендә капиталь  ремонт уҙғарылған. Төҙөлөш эштәренә 63 миллион һум аҡса тотонолған. Шуның 24 миллион һумын “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте бүлгән.

-Уҡыусыларға тырышып уҡырға, мәктәптә үк һөнәр һайларға мөмкинлек бар. Киләсәктә улар илебеҙҙең ҡеүәтен арттырырҙай белгестәр булып китерҙәренә шик юҡ. Бағыусыларыбыҙға ҙур рәхмәт! Артабан да хеҙмәттәшлек итербеҙ тип ышанам,- тип яҙҙы социаль селтәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

 

Автор:Гульдар Кадаева.

Автор:
Читайте нас в