Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
17 Ноябрь 2023, 09:02

Республикала балалар баҡсаһы өсөн түләүҙе компенсациялау тәртибе үҙгәрҙе

-

Республикала балалар баҡсаһы өсөн түләүҙе компенсациялау тәртибе үҙгәрҙе
Республикала балалар баҡсаһы өсөн түләүҙе компенсациялау тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Хөкүмәттең тейешле ҡарары республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәҙер ата-әсәләр түләүгә компенсация алыу өсөн ғаризаны өс ысул менән бирергә мөмкин:

 - мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына килеп ғариза яҙырға,

- электрон формала, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ҡалдырырға,

- мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына почта менән ебәрергә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсация алырға хоҡуҡлы. Беренсе балаға ул — 20%, икенсе балаға — 50%, өсөнсө һәм артабанғы балаларға 70% тәшкил итә. 2023 йылдың ғинуарынан ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1937 һум 40 тин күләмендә билдәләнгән.

Компенсация нисек бирелә? Ай һайын ата-әсә түләүе күләме кәмей бара йәки аҡса шәхси иҫәпкә күсерелә. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-16/v-bashkirii-izmenilsya-poryadok-predostavleniya-kompensatsii-platy-za-detsad-3523605

Автор:Әлфиә Әһлиуллина.
Автор:
Читайте нас: