Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдан республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында патриотик тәрбиә буйынса эште иң яҡшы ойоштороусылар өсөн гранттар булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, һәр уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса 500-әр мең һумлыҡ ун грант бүленәсәк. Уға эйә булыусыларҙы Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған конкурс һайлап алыуы буйынса билдәләйәсәктәр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.