Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Ноябрь 2023, 15:44

Уҡыусыларға математиканан төп дәүләт имтиханында калькулятор ҡулланырға рөхсәт ителде

-

Уҡыусыларға математиканан төп дәүләт имтиханында калькулятор ҡулланырға рөхсәт ителде
Уҡыусыларға математиканан төп дәүләт имтиханында калькулятор ҡулланырға рөхсәт ителде

Уҡыусыларға 2024 йылда математиканан төп дәүләт имтиханынында мәсьәләләр сискәндә программалау функцияһы булмаған калькулятор ҡулланырға рөхсәт бирелде.

РИА Новости хәбәр итеүенсә, Федераль педагогик үлсәмдәр институты (ФИПИ) сайтындағы имтихан демоверсияһында ошондай мәғлүмәт бар.

«Эште башҡарғанда КИМ варианты менән бергә бирелгән белешмә материалдары, линейка һәм программаланмаған калькулятор менән файҙалана алаһығыҙ», — тиелгән документта.

Быға тиклем физика, химия һәм биология фәндәренән итимхан тапшырғанда ошондай калькулятор менән ҡулланырға мөмкин ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-13/shkolnikam-razreshili-ispolzovat-kalkulyator-na-oge-po-matematike-3517513

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас в