Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Ноябрь 2023, 08:57

Башҡортостанда балалар лагерында ял итергә теләгән уҡыусылар өсөн йәш сикләүе бөтөрөлдө

   

Башҡортостанда балалар лагерында ял итергә теләгән уҡыусылар өсөн йәш сикләүе бөтөрөлдө
Башҡортостанда балалар лагерында ял итергә теләгән уҡыусылар өсөн йәш сикләүе бөтөрөлдө

Башҡортостанда балалар лагерында ял итергә теләгән уҡыусылар өсөн йәш сикләүе бөтөрөлдө. Республика хөкүмәтенең 2010 йылдың 15 мартындағы «Башҡортостан Республикаһында балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу тураһында (каникул ваҡытында балаларҙың ялын ойоштороуҙан тыш), балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларында уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында» 72-се ҡарарына тейешле үҙгәрештәр индерелде. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үҙгәрештәр балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу өлкәһендәге хеҙмәттәр алыусыларҙың йәшенә ҡағыла.

«Быға тиклем 15 йәшкә тиклемге балалар ғына ошондай мөмкинлектән файҙаланһа, хәҙер бөтә уҡыусыларҙың да хоҡуғы бар», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: