Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Ноябрь 2023, 14:22

Башҡорт теле уҡытыусыһы — Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе

     

Башҡорт теле уҡытыусыһы  — Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе
Башҡорт теле уҡытыусыһы — Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Хәкимова «Милләт ғорурлығы - 2023» Бөтә Рәсәй премияһының «Туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» номинацияһында еңеү яуланы. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2 ноябрҙә Мәскәүҙә үтте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.

Гөлдәр Хәкимованың эшмәкәрлеге башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уҡыусыларҙың тыуған яҡ тарихы буйынса белемен тәрәнәйтеүгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, уның мәҙәниәтенә һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Педагог үҙенең эшләгән осоронда Рәсәй, республика, муниципаль кимәлдәге олимпиадалар, ижади конкурстар, шулай уҡ тикшеренеү проекттары еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән. Улар иҫәбендә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» әкиәтен, шулай уҡ «Урал батыр» эпосын  яттан һөйләүселәр конкурстары бар.

Педагог һәм остаз йылында Гөлдәр Хәкимова туған башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуҙа, милли рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа уңыштары һәм эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. 

Фото:Башҡортостандың Мәғариф министрлығы
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: